8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2015 йыл, 14:32

Өфөлә тренер Сергей Михалевтың портретына һәм Вәсил Ханнановтың «Көтөү» картинаһына граффити барлыҡҡа киләсәк

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә тренер Сергей Михалевтың портретына һәм Вәсил Ханнановтың «Көтөү» картинаһына граффити барлыҡҡа киләсәк. Кисә Конгресс-холда түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар баш ҡалала стрит-арт үҫешен, граффитиҙың үҙенсәлектәрен, яңы идеяларҙы һәм «Өфө төҫтәр гаммаһында» проектының артабанғы перспективаларын тикшерҙе. Сарала Өфө хакимиәте вәкилдәре, рәссамдар, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм партнер компаниялар ҡатнашты.

«Киләһе йылдың йәйенә тиклем ҡалабыҙҙа 14-20 фасадты биҙәү планлаштырыла. Ҡала хакимиәте һайлап алыу ойоштора һәм йорт хужаларына, рәссамдарға, партнерҙарға граффити эскиздарын күрһәтеп, килешеү төҙөй. Уларҙың тематикаһы төрлө – мәҙәниәт, сәнғәт, тарих, ғаилә, бала саҡ, илһөйәрлек, спорт, тәбиғәт, кешелек ҡиммәттәре, – тип һөйләне «Өфө төҫтәр гаммаһында» проектының продюсеры Гөлшат Булгакова. – Тренер Сергей Михалевтың портретына, Вәсил Ханнановтың «Көтөү» картинаһына, музыкаль ресторандың электр гитараһына граффити эскиздары әҙер ҙә инде».

Хәҙер Өфөлә граффити стилендә эшләнгән 30-ҙан ашыу ҙур һәм шунса уҡ бәләкәй арт-объекттар иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе — Октябрь һәм Дим райондарында. Мәҫәлән, Советтар Союзы маршалы Георгий Жуковтың портреты илдә иң ҙуры тип танылған. Ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтарында Юрий Гагарин, Муса Гәрәев һәм сабыйын күтәргән әсәнең портреттары бик популяр.