Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: КүмАПП юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылығын һаҡлап ҡаласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы берҙәм вертолет эшләү кластерына ингәндән һуң үҙенең финанс үҙаллылығын һаҡлап ҡаласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу барышында белдерҙе.

– Предприятиеның бурыстары күп. Улар яҡынса 14-15 миллиард һум тәшкил итә. Предприятиеның бер үҙе генә ошо бурыстарҙан ҡотола алмаясағын аңлап, Ҡазан вертолет заводы менән Күмертауҙың бергә эшләү варианты тәҡдим ителде. Эйе, Күмертауҙың акциялары Ҡазан вертолет заводы идаралығына тапшырыла. Әлеге вариантты тикшергәндә Күмертауҙың юридик берәмек һәм технологик майҙансыҡ булараҡ үҙаллылығын һаҡлап ҡаласағы тураһында килештек, – тине төбәк етәксеһе.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһында сығарылған «Камов» вертолеттары популяр һаналмай, уларҙы ҡулланыу даирәһе сикле, тип билдәләне республика Башлығы. Атап әйткәндә, улар янғындарға һәм төрлө стихиялы бәлә-ҡазаларға ҡаршы көрәштә файҙаланыла. Бөгөнгә ошо вертолеттарҙы һатып алыусылар күп түгел. Һиндостан КүмАПП белгестәре ярҙамында үҙенең биләмәһендә уларҙы етештереүҙе туҡтатырға ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть