4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2015 йыл, 12:02

Рөстәм Хәмитов: «Кешеләр самолетта осҡанда ҡурҡыу тойғоһо кисермәһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостанда Синай ярымутрауындағы һәләкәткә бәйле пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрелә. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашыу барышында белдерҙе.

– Был эшмәкәрлектә авиация компанияларына, шул иҫәптән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты хеҙмәткәрҙәренә төп бурыс йөкмәтелә. Пассажирҙарҙы һәм уларҙың багажын, эргә-тирәләге биләмәләрҙе тикшереү даими контролдә тотола, – тине Рөстәм Хәмитов. – Власть һәр ваҡыт ғәҙәттән тыш хәлдәр режимында эшләй.

Шуның менән бергә Рөстәм Хәмитов илдең иң ҙур ун аэропорты иҫәбенә ингән Өфө аэропорты пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген лайыҡлы тәьмин итә тип билдәләне.

– Кешеләр самолетта осҡанда ҡурҡыу тойғоһо кисермәһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Мин үҙем дә йыш осам һәм салонда пассажирҙар менән аралашам. Дөйөм алғанда, хәлдәр һәйбәт, ҡурҡыу юҡ. Был — иң мөһиме, – тип  һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.