8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2015 йыл, 11:26

Башҡортостанда пионерия тергеҙеләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Ижтимағи-сәйәси журналистика медиафорумы сиктәрендә Конгресс-холда уҙған республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың пионерияны тергеҙеү тураһындағы башланғысын хуплауы хаҡында хәбәр итте.

– Советтар Союзының элекке пионеры булараҡ ыңғай ҡарайым. 10-14 йәштә балаларға бер идея менән яныу, бергәләп ниндәйҙер программа, сәйәхәт йәки төҙөлөш, спорт менән мауығыу, моделләү булһынмы, бойомға ашырыу өҫтөндә эшләргә өйрәтеү мөһим, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөн ошо йәһәттән берләштереүсе көс талап ителә. Балалар ижад коллективтары һәм төркөмдәре үҙҙәренең ҡарамағында ҡалған. Уларға финанслау етмәй. Был осраҡта Президенттың указы уҡыусыларҙы аңлы эш итеүгә, яҡшылыҡҡа, яңылыҡҡа, шул иҫәптән илһөйәрлеккә йәлеп итергә мөмкинлек биргән система булдыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһын булдырыу тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Республика властары төбәктә ошондай структура ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.