8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2015 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов: Торатау менән Йөрәктауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Бөгөнгә Торатау менән Йөрәктауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт саралары журналистары менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

– Беҙҙең өс билдәле шихандарыбыҙ – Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау бар. Шуларҙың икәүһе – Йөрәктау менән Торатау – айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт объекттары тип һанала, – тине төбәк етәксеһе. – Шихандарҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән бик күп үҫемлектәр үҫкәнлектән, тауҙарға ошо статус  бирелгән. Бынан тыш, был ерҙә генә осраған һәм башҡа бер ҡайҙа ла үҫмәгән үҫемлектәр бар. Тикшереүҙәр, ғилми экспедициялар уларҙың тауҙарҙа яҡшы үҫеүен дәлилләне. Шулай итеп, шихандарҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре статусын алыу өсөн күрһәтмә юҡ. Һис шикһеҙ, бөгөн ошо тауҙарҙан статусты алып та булмай. Тимәк, тауҙарҙы ла эшкәртеү мөмкин түгел.

«Башҡортостан сода компания»һы өсөн икенсе сеймал сығанағын эҙләү шихандарҙы эшкәртеүгә ҡаршы сыҡҡан республика халҡының фекеренә лә бәйле.

– 2015 йылдың май, июнь, сентябрь һәм октябрь айҙарында тейешле социологик тикшереүҙәр үткәрелде. Алты меңдән ашыу респонденттан һорау алынды. Уларҙың 70 проценты быға ҡаршы булыуын белдергән. Был — бик ҙур һан. Шуға күрә шихандарҙы һаҡлау мәсьәләһендә халыҡтың тауышы хәл иткес роль уйнай, әлбиттә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Былтыр республика Башлығын һайлауҙар үтте. Осрашыуҙарҙа миңә йыш ҡына: «Рөстәм Зәки улы, шихандарҙы эшкәртмәһендәр өсөн барыһын да эшләгеҙ», – тип әйтәләр ине. Ул ваҡытта сеймал менән тәьмин итеү буйынса хәлде белмәйенсә тауҙарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн варианттар табырға тырышырмын, тигәйнем. Икенсе сеймал сығанағын эҙләргә тейешбеҙ. Беҙ уны табасаҡбыҙ. Шихандарыбыҙҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалырбыҙ, тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә шихандарҙы «Башҡортостан сода компания»һы өсөн сеймал сифатында ҡарамаҫҡа ҡушыуы тураһында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта предприятие өсөн икенсе эзбизташ сығанағы булған Ғүмәр ятҡылығын өйрәнеү эше башланған.