3 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 18:00

Өфөлә Павел Астахов һәләтле балалар өсөн учреждениеларға барасаҡ һәм Хворостовский менән Абдразаҡовтың концертын ҡараясаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов Өфөгә 18 ноябрҙә килә. Сәфәр программаһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәгенә барыу ҡаралған. Шунда уҡ ул аутизм менән яфаланған балаларҙың проблемаларына арналған ведомство-ара конференцияла ҡатнашасаҡ.

Павел Астахов Урта махсус музыкаль колледжда йәш таланттар һәм уларҙы уҡытыусылары менән осрашасаҡ. Кисен иһә «Дмитрий Хворостовский һәм дуҫтары — балаларға» тип аталған хәйриә концертын ҡараясаҡ. Концертта опера сәхнәһе йондоҙҙары Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов сығыш яһай, симфоник оркестрға Константин Орбелян (Сан-Франциско) дирижерлыҡ итә.

Саранан алынған аҡса етем, ауыр сирле, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында киске сәғәт 7-лә башлана.