3 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 17:27

Башҡортостанда республика ветерандар советына яңы рәйес һайланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Елена Колоколова/. Башҡортостанда һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһына яңы рәйес һайланды. Быға тиклем Өфө ҡалаһы Совет районының ветерандар советын етәкләгән Валерий Шәриповҡа ышаныс күрһәтелде. Һайлауҙар бөгөн, 12 ноябрҙә, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының VII конференцияһында үтте.

1997 йылдан республика ветерандар советына етәкселек иткән һәм ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләгән Марат Муллағәләмов, шулай уҡ уның урынбаҫары Сергей Габриелов йәмәғәт ойошмаһы президиумы составында ҡалды.

«Марат Муллағәләмов һәм Сергей Габриелов ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Бөгөн улар вәкәләттәрен тапшырҙы, әммә президиум составында ҡалды. Хәҙер ойошманы райондың ветерандар советы рәйесенең етәкләүе республикала ветерандар хәрәкәтен берләштереү эше дауам итәсәк тигәнде аңлата», — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров.  

Конференция барышында Марат Муллағәләмов һәм Сергей Габриелов Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәхмәт хаттары, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Законлылыҡты нығытыуға айырыуса өлөш индергән өсөн» почет билдәләре менән бүләкләнде.

Ағымдағы йылдың 1 ноябренә Башҡортостандың ветерандар ойошмаларында миллиондан ашыу һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны иҫәптә тора. Улар араһында 4,2 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 42 мең тыл эшсәне.