7 декабрь, Шаршамбы

12 ноябрь 2015 йыл, 16:56

Баш ҡалала Әҙәбиәт йылы Шиғриәт балы менән тамамланасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 декабрҙә Өфөлә Әҙәбиәт йылы тамамланыу уңайынан Шиғриәт балы ойошторола. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Башҡортостан» ДТРК-ның «Әйтер һүҙем бар!» шиғри проектына йомғаҡ яһала. Балға киске күлдәк, фрак кейеп килеү мотлаҡ.

«Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Хановҡа ошо кисәне бергә үткәрергә ризалашҡаны өсөн рәхмәт әйткем килә. Ижади төркөм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Кисә тамашасыға оҡшар, тип ышанам», — тип билдәләне проекттың етәксеһе һәм авторы Наилә Сәфәрғолова.  

Сценарий өҫтөндә билдәле тележурналист һәм театрҙың художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева эшләй. Сараның ҡуйыусы-режиссеры — Сулпан Асҡарова, сценограф — Альберт Нестеров.

«Әйтер һүҙем бар!» проекты «Рәсәй — Башҡортостан» телеканалында март айында башланды. Республикала билдәле шәхестәр — яҙыусылар һәм шағирҙар, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, табиптар һәм уҡытыусылар, ғалимдар һәм артистар үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын уҡый.