11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 16:28

Торатауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын алыу өсөн хоҡуҡ нигеҙ юҡ — Илдар Һаҙыев

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Торатауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын алыу өсөн хоҡуҡ нигеҙ юҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. «Башҡортостан сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ошо тауҙы эшкәртеүгә дәғүә итә. Был хаҡта «Интерфакс» агентлығына ведомство етәксеһе хәбәр итте.  

«Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын алыу тәртибе федераль норматив документтар тарафынан билдәләнмәгән. Төбәк ҡануниәте стихиялы бәлә-ҡаза йәки башҡа катаклизмдар арҡаһында объекттың әһәмиәте юғалған осраҡта ғыны быны рөхсәт итә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Торатау үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған. Шуға күрә тауҙан статусты алыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ», — тине Илдар Һаҙыев.

Бөгөн «Башҡортостан сода компания»һы Торатау ғына химик етештереү өсөн яраҡлы ресурстарға эйә тип бара. Республика Хөкүмәте сода компанияһы өсөн икенсе сеймал сығанағын эҙләй. Властар Башҡортостан сода компанияһына предприятиенан 30-35 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ике-өс урын тәҡдим итә.