11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 15:46

Өфө ҡыҙы «Мисс человечество-2015» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай

фото: Карина Исмәғилева

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс Башкортостан» агентлығының 21 йәшлек моделе Эльвина Исмәғилева «Мисс человечество-2015» («Miss Humanity Universe») халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһай. Сара йыл һайын Ливандың Бейрут ҡалаһында ойошторола. Быйыл бәйге 12 ноябрҙән 30-на тиклем уҙа, унда донъяның төрлө мөйөштәренән 50 ҡыҙ ҡатнаша.

«Эльвина Рәсәйҙең илле һылыуҡайы араһынан һайлап алынды, ул ошо абруйлы конкурста илебеҙ исеменән сығыш яһай», — тине «Мисс Башкортостан» модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Эльвина Исмәғилева — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты студенткаһы. 2013 йылда ул «Miss Globe International» бөтә донъя гүзәллек конкурсының финалына сыҡты, «Мисс Башкортостан-2013» республика матурлыҡ бәйгеһенең икенсе вице-мисс титулына эйә.  

Ҡыҙҙың әйтеүенсә, ул күпмелер ваҡыт Мысырҙа туризм һәм ҡунаҡхана эше өлкәһендә һөнәре буйынса эшләгән. «Ошо конкурста ҡатнашып, элекке мөмкинлектәремде тикшерергә һәм туплаған тәжрибәмде күрһәтергә теләйем. Әлбиттә, еңеүемә ышанам», — тине Эльвина.