11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 15:19

Республика халҡы 123 мең баҫма матбуғатҡа яҙылды һәм илдә лидер булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда подписка кампанияһына йомғаҡ яһалды. Көҙгө Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһында республикала йәшәүселәр 123 мең гәзит-журналға яҙылған, был былтырғы декада менән сағыштырғанда 30 меңгә күберәк.

Шуларҙың 45 меңе — федераль, 22 меңе — район, 56 меңе республика баҫмаларына тура килде.

Башҡортостан подписка буйынса илдә лидер булды. Республикала 4,1 миллион самаһы кеше йәшәй. Краснодар крайы (5,2 миллиондан ашыу халыҡ) һәм Татарстан (3,8 миллион самаһы) шулай уҡ тәүге өсәү иҫәбенә инде.

Дөйөм алғанда, 15 октябрҙән 25-нә тиклем уҙғарылған декадала уҡыусыларыбыҙ 2,2 миллиондан ашыу баҫмаға яҙылды.

Ағымдағы йылда «Рәсәй почтаһы» подписка кампанияларына ярҙам итеүгә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотондо. Халыҡ һәм нәшерселәр өсөн барлыҡ ташламалар ҙа һаҡланған, тип билдәләнеләр «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостандағы филиалында.