10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 14:19

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте коллегияһының күсмә ултырышында сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 ноябрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте коллегияһының күсмә ултырышында сығыш яһаны.

– Бөгөн ҡатмарлы тышҡы сәйәси шарттарҙа Рәсәйҙең ЕвразЭС буйынса партнер илдәр менән иҡтисади интеграцияһы ҙур әһәмиәткә эйә. Һөҙөмтәле эшләүсе таможня хеҙмәте иҡтисадты яҡынайтыуҙа, сауҙа мөнәсәбәттәрен киңәйтеүҙә, инвестициялар йәлеп итеүсәнлекте күтәреүҙә мөһим роль уйнай, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең Евразия һәм донъяуи иҡтисади киңлеккә интеграцияһы процесында төбәктәрҙең роле һиҙелерлек артты. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округының тышҡы сауҙа әйләнешендә Башҡортостан өлөшөнә 20 процент, экспортта – 22, импортта 6 процент тура килә. Йыл һайын республиканан яғыулыҡ сәнәғәте (76 процент), химия һәм нефть химияһы (17), машиналар эшләү (23) продукцияһы экспортҡа оҙатыла. 2014 йылда республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 15 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән.

– Ошо эште киңәйтеүҙә төбәктәге таможня хеҙмәттәре мөһим роль уйнай. Беҙҙең 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнгән таможня Волга буйы федераль округының уңышлы эшләгән таможнялары иҫәбенә инә. Быйыл туғыҙ айҙа республиканың таможня хеҙмәткәрҙәре федераль бюджетҡа 5 миллиард һумдан ашыу аҡса күсергән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй Федераль таможня хеҙмәте коллегияһының күсмә ултырышы тауарҙарҙы сығарғандан һуң таможня контролен ойоштороу буйынса эш һөҙөмтәләренә, шулай уҡ импортты алмаштырыуҙы үҫтереүҙең бөгөнгө хәле, проблемалары һәм мөмкинлектәренә арналған.