10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2015 йыл, 13:01

Ҡырмыҫҡалы икмәге һәм Мәләүез майы Рәсәйҙең иң яҡшы продукттары исемлегенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бөтә донъя сифат көнө уңайынан Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында республиканың иң яҡшы тауар етештереүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың 47 предприятиеһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсының финалына сыҡты.

«Аҙыҡ-түлек тауарҙары» бүлегендә Мәләүез һәм «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты лауреат булды. Тәүгеһе үҙҙәре етештергән аҡ май, икенсеһе сырҙың дүрт сортын тәҡдим итте.

Стәрлетамаҡтың «Рощинский» совхозы һәм «Сава» Туймазы ит комбинаты ыҫланған сусҡа ите изделиелары, колбаса менән айырылып торҙо.

Шулай уҡ Башҡортостан спирт-араҡы предприятиеларының араҡыһы һәм бәлзәме билдәләнде. Икмәк изделиеларынан Стәрлетамаҡ комбинаты продукцияһы һәм Ҡырмыҫҡалы икмәге юғары баһаға лайыҡ булды.

Республика шифаханаларында етештерелгән һөт, ит, кондитер продукттары һәм Башҡортостандың шампан шарабы иң яҡшы аҙыҡ-түлек тауарҙары иҫәбенә инде.