9 декабрь, Йома

12 ноябрь 2015 йыл, 11:50

Башҡортостандың «Еңеү волонтерҙары» проекты илдә танылыу яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың ирекмәндәр хәрәкәте «Берләшмә» әүҙем граждандар форумында юғары награда менән билдәләнде. Иң яҡшы проект номинацияһында Октябрьский ҡалаһынан Александр Юдин төп призға лайыҡ булды. Республикабыҙ вәкиленә премияны Рәсәй Геройы, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы секретарының беренсе урынбаҫары һәм беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт, Советтар Союзы Геройы Валентина Терешкова тапшырҙы.

Форум сиктәрендә «Рәсәй ирекмәне» майҙансығында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы Бөтә Рәсәй волонтерҙар корпусы яңы статусҡа эйә булды. Хәҙер уның ағзалары эшен «Еңеү волонтерҙары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте составында дауам итәсәк.

«Быйыл ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҙур ғына уңыштарға өлгәште. Уларҙы һаҡлау, гражданлыҡ һәм илһөйәрлек йүнәлешендәге ирекмәндәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙе дауам итеү өсөн «Еңеү волонтерҙары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысты хупланы», – тип аңлатма бирҙе «Роспатриотцентр» директоры урынбаҫары, Еңеүҙең 70 йыллығы волонтерҙар корпусының федераль координаторы Сергей Першин.

Һуңынан «Еңеү волонтерҙары»ның төбәк координаторҙарына алыу булды. Башҡортостанда хәрәкәтте Александр Юдин етәкләй. Ойошма ирекмәндәр корпусы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һөйләгән хикәйәттәрҙең берҙәм видеархивын булдырыу, «Берҙәм эшмәкәрлек көнө» форматында Бөтә Рәсәй акцияларын уҙғарыу буйынса эшен дауам итәсәк.