7 декабрь, Шаршамбы

12 ноябрь 2015 йыл, 10:14

Өфөлә «Turkvision-2015» конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ башҡарыусылар билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Turkvision-2015» III Халыҡ-ара телевизион йыр конкурсында сығыш яһаясаҡ йырсылар һайланды. Өлкәндәр араһында финалдың төбәк этабында Зилиә Бәхтиева («Әс-Сәләм» төркөмө), балалар араһында Гәлсәр Байғусҡарова еңеү яуланы. Тап улар декабрҙә Истанбулға «Тюрквижн» конкурсына барасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәйге сиктәрендә быйыл тәүгә «Bala Turkvision» балалар конкурсы ойошторола.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән һайлап алыуҙа һигеҙ өлкән башҡарыусы, һигеҙ бала һәм бер балалар ансамбле ҡатнашты. Улар араһында республикала танылыу яулап өлгөргән артистар Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова, Таһир Әсәҙуллин, Динар Халиҡов, «Тамыр» балалар студияһы ансамбле, шулай уҡ Нефтекама, Ағиҙел, Дүртөйлө ҡалаларынан килгән йәш һәләттәр бар ине.

— Сара юғары кимәлдә ойошторолған, ҡатнашыусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, компетентлы жюри. «Turkvision» конкурсында йырсылар туған телендә йырлай, ләкин көй үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш, — тип иҫәпләй «Turkvision-2015»-тең генераль продюсеры урынбаҫары, эксперт советы ағзаһы Парвин Садиҡов.

— Быйыл өсөнсө тапҡыр «Тюрквижн»дың төбәк этабын ойошторам. Ҡатнашыусыларҙы табыуы ауыр, сөнки тере тауышҡа йырларға, үҙ өҫтөңдә эшләргә, оҫталығыңды күрһәтергә кәрәк. Конкурстың кимәле бик юғары, — тип билдәләне TNB телеканалының Башҡортостандағы рәсми вәкиле, ойоштороусы һәм эксперт советы ағзаһы Айгөл Әхмәҙиева.

Конкурстарҙың финалы Истанбулда уҙа. «Bala Turkvision» — 15 декабргә, «Turkvision-2015» 17-19 декабргә тәғәйенләнгән. Бәйге 25 төрки телле илдәрҙән һәм автономияларҙан йырсыларҙы, эстрада коллективтарын берләштерәсәк. «Turkvision» конкурсының маҡсаты — донъя киңлегендә төрки телле халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген, рухи асылын һаҡлап ҡалыу. Уны үткәреү идеяһын ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы тәҡдим иткән. Конкурс 2013 йылда — Төркиәлә, былтыр Ҡазанда ойошторолдо. Унда Азербайжан, Алтай, Башҡортостан, Ғағауыз, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Македония, Төркиә, Татарстан, Хакасия һәм башҡа илдәрҙән йырсылар, төркөмдәр ҡатнашты. 2013 йылда халыҡ-ара аренала Башҡортостан исеменән Дияна Ишниязова, 2014 йылда «Zaman» этно-төркөмө сығыш яһаны.

темалар: конкурстар