10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2015 йыл, 18:25

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Уҙған аҙнала Өфөлә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы дауам итте. Йәйге миҙгел тамамланыу менән йәшелсәләр һиҙелерлек ҡиммәтләнә. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, аҡ күсәнле кәбеҫтәнең килограмы 7,4 процентҡа артҡан. Картуфҡа һәм кишергә хаҡтар 3,5 процентҡа үҫкән.

Һыйыр һәм һарыҡ итенең хаҡы үҙгәрмәгән тиерлек, тауыҡ ите 0,8 процентҡа ҡыйбатланған. Көнбағыш майына, аҡ майға, сәйгә, балыҡҡа, арыш һәм «һоро» икмәккә хаҡтар элекке кимәлдә ҡалған. Шәкәр, тары, дөгө ярмаһы 2 процентҡа арзанайған. Һөт һәм йомортҡа 2,5 процентҡа ҡиммәтләнгән.