6 декабрь, Шишәмбе

11 ноябрь 2015 йыл, 17:24

Республикала граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә өҫтәмә аҡса бүленәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 2014 йылдан 2017 йылға тиклем дәүләт корпорацияһы иҫәбенә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә финанс ярҙамы күрһәтеүгә лимиттың артыуы 4 028 128 һум тәшкил итте. Сағыштырыу өсөн: Нижегородка өлкәһендә — 3 827 590 һум, Татарстанда — 3 789 951, Мордовияла — 1 584 693, Краснодар крайында — 755 762, Чечен Республикаһында — 724 552.

2015 һәм 2016 йылдарға Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам фондын финанслау 9 миллиардтан ашыуға артҡан. 2015 йылдың 2 ноябрендәге Хөкүмәт ҡарары Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында теркәлгән. Ул кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙең төбәк программаларын, капиталь ремонт программаларын бойомға ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат үҙәге белдереүенсә, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн 6,6 миллиард һум ҡаралған. Федерациянан өҫтәмә аҡса бүлеү Рәсәй төбәктәре бюджетына йөкләмәне кәметәсәк. Капиталь ремонтҡа ярҙам итеү өсөн төбәктәргә миллиард һум бүленгән, федераль ҡаҙнанан ике миллиард һум процент ставкаһын субсидиялауға һәм бәләкәй ҡалаларҙағы килешеүҙәрҙе финанслауға китәсәк.

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы урынбаҫары Андрей Чибис әйтеүенсә, программаларҙы финанслау 41,7 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал. Бөгөн был һан 47,9 процент тәшкил итә.