8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2015 йыл, 16:28

Төбәктә тәүге тапҡыр «Сибай» халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы уҙғарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Сибай» халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы ойошторолдо. Был йыр тыуған илгә һөйөү, сит ерҙә уны һағыныу хаҡында. Ижади бәйге Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында үтте.

Урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурс алтынсы башҡорт казачий ғәскәре начальнигы, импровизатор, ошо йырҙың авторы, халыҡта Сибай кантон булараҡ билдәле Шаһиәхмәт Сибаевҡа арналған. Риүәйәт буйынса сәсән француздарға ҡаршы һуғышҡа киткәндә шул йырын йырлаған. Ул йәшәгән йорттоң стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Сибай ҡалаһындағы, Иҫке Сибай ауылындағы урамдар сәсәндең исемен йөрөтә.

Бәйгене ойошторорға Шаһиәхмәт Сибаевтың туғандары, урындағы ветерандар советы, ауыл советы хакимиәте һәм Мәҙәниәт йорто тәҡдим иткән. Ярыш талантлы сәсәндең хәтерен мәңгеләштереү, сәнғәт традицияларын һаҡлау, оҙон көйҙө башҡарыу традицияларын пропагандалау маҡсатында  уҙғарылды.

Конкурсанттар «Cибай» халыҡ йырын музыкаль оҙатыуһыҙ һәм үҙҙәре теләгән йырҙы башҡарҙы. Райондың барлыҡ үҙешмәкәр йырсылары ла һәләттәрен күрһәтте. Һикһән йәшлек Үлмәҫбикә Ғатауллина бер тауыштан еңеүсе тип танылды, икенсе урын Фәнил Хәсәновҡа бирелде. Өсөнсө урынды Мөслимә Ильтинина менән Сабирйән Байназаров бүлеште. Иң йәш ҡатнашыусы Ирназар Хәсәнов Сибай кантон вариҫтарының махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Тантана һуңында ойоштороусылар конкурсты өс йылға бер тапҡыр үткәрергә вәғәҙә бирҙе.