10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2015 йыл, 15:37

Өфөлә милекте ҡуртымға законһыҙ биреүҙең 2500-ҙән ашыу осрағы асыҡланған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ошо йылдың туғыҙ айында Өфөлә биналарҙы ҡуртымға биреүҙән табыш алыуҙың 2546 осрағы теркәлгән. 233 физик берәмек килемдәрҙе декларациялауға йәлеп ителгән. Бюджетҡа ингән физик берәмектәрҙең килеменә һалымдың суммаһы 3,2 миллион һум тәшкил иткән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең финанс идаралығында.

2015 йылда республика буйынса Федераль һалым хеҙмәте, Өфө хакимиәте, Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡала идаралығы һәм Федераль миграция хеҙмәтенең республика идаралығы араһында биналарҙы ҡуртымға биреүҙән килем алған, һалым түләүҙән ситләшкән физик берәмектәрҙе асыҡлау буйынса үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөлдө. Һуңынан эшсе төркөмдәр булдырылды, уларға килешеүҙә ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ торлаҡ хужалығы идаралығы, торлаҡ йорттарҙың идара итеүсе ойошмалары, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре инде.

Эшсе төркөмдәр милекте ҡуртымға биреү осраҡтары тураһында мәғлүмәтте, шул иҫәптән граждандарҙың һәм ойошмаларҙың ялыуҙарын, ғаризаларын, хаттарын тикшерә. Был мәғлүмәт тикшереү өсөн һалым органдарына ебәрелә. Осраҡты раҫлау өсөн участковыйҙар йәлеп ителә. Улар эшсе төркөмгә ебәрелгән мәғлүмәтте тикшерә.