9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2015 йыл, 14:07

Вил Ғабдуллин көрәш сәнғәте буйынса 33-сө тапҡыр донъя чемпионы булды

фото: «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Испанияның Бенидорм ҡалаһында көрәш сәнғәте буйынса сираттағы донъя чемпионаты уҙҙы.

IAKSA Pro версияһы буйынса донъя рекордсмены Вил Ғабдуллин Рәсәй йыйылма командаһы составында был чемпионатта ла уңышлы сығыш яһаны.

Дүрт ҡитғанан өс меңдән ашыу спортсы үҙҙәренең оҫталығын күрһәтергә килгән. Вил Ғабдуллин каратэ бүлектәрендә өс алтын һәм дүрт көмөш миҙал яуланы.

Шулай итеп, хәҙер Ғабдуллин 33 тапҡыр донъя чемпионы тигән титулға эйә.

темалар: көрәш сәнғәте