10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2015 йыл, 13:20

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ляонин провинцияһы делегацияһы менән осрашты. Делегацияны Ҡытай коммунистар партияһының төбәк комитеты секретары һәм Ляонин провинцияһы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитеты рәйесе Ли Си етәкләй. Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов менән Ли Си сәнәғәт өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ туризм, фән, медицина, мәғариф тармаҡтарында ла төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерергә кәрәк тигән фекергә килде.

Осрашыу барышында «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Хайчен Нефтемаш» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Үҙ ваҡытында беҙ «Хайчен Нефтемаш» заводында булдыҡ һәм күргәндәребеҙҙән бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Беҙ продукция өлгөләрен ҡараныҡ. Был ысынлап та әһәмиәтле, ҡеүәтле техника. Беҙҙең нефть сәнәғәте шундай техникаға мохтаж. Республикала ауыр быраулау ҡорамалдары заводын төҙөү һәйбәт булыр ине. Рәсәйҙә геология-разведкалау эштәре дауам итә. Әлбиттә, яҡшы ҡорамалдар булғанда уға ихтыяж тыуасаҡ. Коллегаларыбыҙ ошо проектты әҙерләр һәм беҙ уны тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды биләй. 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә.

Башҡортостандан Ҡытайға нефть һәм нефть продукттары, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, баҡыр һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ҡытайҙан беҙгә насостар, электр ҡорамалдары, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы бер нисә килешеү ғәмәлдә.