8 декабрь, Кесе йома

11 ноябрь 2015 йыл, 12:10

Рөстәм Хәмитов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 10 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәт тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙ енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә алғы сафта, дәүләт мәнфәғәттәре һағында тораһығыҙ, хоҡуҡ тәртибен һәм граждандарыбыҙҙың именлеген тәьмин итәһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәк етәксеһе эске эштәр органдары алдында торған мөһим бурыстарҙы билдәләне. Улар араһында – хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш, контрафактлы изделиеларҙы, сәнәғәт һәм алкоголле продукцияны, ялған дарыуҙарҙы законһыҙ етештереү һәм таратыуҙы туҡтатыу буйынса эште әүҙемләштереү.

– Экстремизмға ҡаршы тороу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ошо өлкәлә сараларҙы көсәйтеү Яҡын Көнсығыштағы хәлдәрҙең ҡатмарлашыуына, теракт хәүефенең артыуына бәйле. Киләсәктә лә уяу булырға, тыйылған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген, йәштәрҙе өгөтләргә маташыуҙарын туҡтатырға кәрәк. Хоҡуҡ һаҡлау системаһының асыҡлығын тәьмин итеү, гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу мөһим, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, хоҡуҡ тәртибе хеҙмәткәрҙәре эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға күп осраҡта республикала ғәмәлгә ашырылыусы хоҡуҡ һаҡлауға йүнәлтелгән маҡсатлы программалар булышлыҡ итә. Ошо арҡала һуңғы өс йылда эске эштәр органдары өсөн 100 автомобиль һатып алынған. Быйыл Октябрьскийҙа һәм Бишбүләктә эске эштәр бүлеге яңы бинаға күсте. Бәләбәйҙә һәм Белоретта полиция бүлектәренең административ биналарын төҙөүҙе финанслау башланған.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.