4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2015 йыл, 18:00

Хеҙмәт баҙарында маркетинг һәм PR белгестәренә ихтыяж арта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Маркетинг, реклама һәм PR — Рәсәйҙә әүҙем үҫешкән популяр эшмәкәрлек өлкәләренең береһе. Төрлө йылдарҙа эш биреүселәрҙең тармаҡ белгестәренә ҡарата мөнәсәбәте бер төрлө генә булманы. Берәүҙәр хеҙмәткәрҙәрҙең эш һөҙөмтәһен күрмәне, икенселәрҙе бюджеттың ҙур булыуы һағайтты. Йәнә бер фактор — профессиональ кадрҙарҙың етешмәүе.

Әммә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә — етәкселәр грамоталы маркетинг коммуникацияларының кәрәклеген аңлай, сығымдар оптималләштерелә, белгестәрҙең профессионаллеге күтәрелә.

SuperJob үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылдың туғыҙ айында ғына маркетинг коммуникациялары өлкәһендәге вакансиялар һаны — 18, резюме 34 процентҡа артҡан.

Йыл башына вакансияларҙың артыуы 35 процент тәшкил иткән. Яҙ көнө реклама һәм PR өлкәһендәге белгестәр араһында әүҙемлек күҙәтелгән — 22 процент.

Маркетолог вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында конкурс 4 процентҡа артҡан һәм бер вакансияға өс резюме тура килгән. Пиар белгестәре араһында конкуренция айырыуса ҙур — бер вакансияға 14,6 резюме. Шуның менән бергә эш биреүселәрҙең 21 проценты — маркетолог, 11 проценты пиар белгестәрен эҙләй, 9 процентына бренд-менеджер талап ителә.

Көрсөккә ҡарамаҫтан, тармаҡтағы эш хаҡы ыңғай динамикаға эйә, үҫеш 2 процент сиктәрендә, тип билдәләйҙәр SuperJob үҙәгендә.