Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Йыл башынан Өфөнөң Октябрьский районында 1205 сабый донъяға килгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Өфөнөң Октябрьский районында 1205 бала тыуған. Был хаҡта райондың икенсе ЗАГС бүлеге мөдире Ризида Сибәғәтуллина хәбәр итте.

«Отчет осоронда икенсе ЗАГС бүлегендә 2297 гражданлыҡ хәле акттары теркәлгән, — тип билдәләне ул. — Демографик хәл яҡшырған — 1205 сабый тыуған (уҙған йылдың туғыҙ айында — 1163). Ғаиләләрҙә икенсе һәм унан һуңғы балаларҙың тыуыу осраҡтары артҡан».

Никахҡа инеүселәрҙең һаны ла артҡан — 595 (2014 йылда — 552). Никахты тарҡатыу күрһәткестәре элекке кимәлдә ҡалған — 279. Ғаилә ҡороусыларҙың йәше олоғая, никахты теркәмәй генә йәшәү киң тарала бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть