10 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2015 йыл, 16:32

Төбәктә Автограф көнө ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 ноябрҙә республиканың Милли китапханаһы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә Автограф көнө уҙғара.

Сарала әҙиптәр Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәлис Ураҙғолов, Дамир Шәрәфетдинов, Нияз Алсынбаев, Зөфәр Толомғужин ҡатнаша. Автограф көнөндә китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китаптарҙың исем туйы буласаҡ.

Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

темалар: китап сығарыу