4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2015 йыл, 16:19

Баш ҡалалағы Төбәк үҫеш банкының лицензияһы тартып алынды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге Төбәк үҫеш банкы ябыла. 10 ноябрҙә Рәсәй банкы Төбәк үҫеш банкының лицензияһын тартып алыуы тураһында хәбәр итте. Банк Үҙәк банктың норматив акттарын һәм банк эшмәкәрлеге тураһында закондарҙы үтәмәгән. Уның отчеттарында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр асыҡланған. Банк кредиторҙарға бурысын түләй алмай. Шулай уҡ Төбәк үҫеш банкы түбән сифатлы активтарға аҡса һалған һәм резерв булдырмаған.

Банкка ваҡытлы хакимиәт тәғәйенләнгән, ул идара итеүсе йәки ликвидатор тәғәйенләнгәнсе эшләйәсәк. Лицензияны тартып алыу — страховка осрағы, Төбәк үҫеш банкы иһә вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнашыусы. Вкладсылар — физик берәмектәр страховка шарттарына ярашлы аҡсаларын йәки уларҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала.

Төбәк үҫеш банкы 1994 йылдың 6 апрелендә теркәлгән, активтар күләме буйынса Рәсәй банктары араһында 280-се урын биләгән.