3 декабрь, Шәмбе

10 ноябрь 2015 йыл, 15:39

Башҡортостан IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә. Күләмле милли форум 21 ноябрҙә Өфөлә уҙа. Сара халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ булдырыуға йүнәлтелгән. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы биш йыл элек үткәрелгәйне.

Форум эшендә төрлө темалар буйынса секция ултырыштары ойошторола. Делегаттар республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешен, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа ер мәсьәләһен һәм туризмды тикшерәсәк. Ҡатнашыусылар республикала «Мәғариф тураһында», «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләшәсәк. Заманса шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш факторы булараҡ тарихи һәм рухи мираҫҡа айырым иғтибар бүленәсәк. Ғаилә, башҡорт халҡының демографияһы һәм сәләмәтлеге мәсьәләләре ҡуҙғатыласаҡ. «Башҡортостандың мәғлүмәт киңлеге: проблемалар һәм йүнәлештәр» һәм «Йәштәр — башҡорт халҡының стратегик ресурсы» секциялары эшләйәсәк.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһында шулай уҡ Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләт милли сәйәсәт стратегияһын, 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышын  тикшереү ҡаралған.