Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөгә Ҡытайҙың Ляонин провинцияһы делегацияһы килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөгә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы килде. Сәфәр ШОС илдәре төбәктәренең үҙ-ара эш итеүе сиктәрендә ойошторолған. Ҡунаҡтар араһында Сит ил эштәре канцелярияһы, Иҡтисад һәм мәғлүмәтләштереү буйынса совет, Фән һәм техника департаменты, Ляонин провинцияһының транспорт идаралығы вәкилдәре бар. Делегацияны Ҡытай коммунистар партияһының төбәк комитеты секретары, провинциялағы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитеты рәйесе Ли Си етәкләй.

Сәфәр сиктәрендә 10 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу була һәм республиканың Үҫеш корпорацияһы менән «Хайчен Нефтемаш» компанияһы араһында индустриаль паркты үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Ҡытай ҡунаҡтарын Өфө буйлап экскурсия һәм Башҡортостан Башлығы исеменән рәсми ҡабул итеү көтә. Делегация баш ҡалала 11 ноябргә тиклем буласаҡ.

ШОС илдәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү сиктәрендә сентябрҙә Башҡортостан вәкилдәре рәсми сәфәр менән Ляонин провинцияһына барҙы. Ул саҡта ҡабул итеүсе яҡ Ҡытайҙың эшлекле даирәләренең республика менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Башҡортостан һәм Ляонин компанияларының бер нисә дөйөм проекты, берлектәге предприятиелар булдырыу хаҡында килешеүҙәр әҙерләнде. Хәҙер Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы яуап сәфәре менән килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть