Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мысырҙан ҡайтҡан туристар багаждарын ала башлай

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Мысырҙан ҡайтҡан Рәсәй туристары «Внуково» аэропортынан үҙҙәренең багажын оҙатыуҙы күҙәтә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ террор хәүефенең янауына бәйле Мысыр менән һауа бәйләнешен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 31 октябрҙә Синай ярымутрауы өҫтөндә «Меtrojet» авиакомпанияһының А321 самолеты ҡазаға тарыны, унда 224 кеше һәләк булды.

Туристар Мысырҙан багажһыҙ ҡайта. Уларҙың әйберҙәре «Внуково» аэропортына килтерелә һәм тикшергәндән һуң тәғәйенләнгән урындарға ебәрелә. Багажды оҙатыуҙы туристың Рәсәйгә ҡайтҡан рейстың номеры буйынса аэропорт сайтында күҙәтергә мөмкин. Шәхси мәғлүмәттәрһеҙ багаж урындарының һаны, аэропортҡа киләсәк рейстың датаһы һәм номеры күрһәтелә.

Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, бер нисә багаж берәмеге Өфөгә оҙатылған.

Туристың теләге буйынса, уның багажы почта аша бушлай ебәреләсәк. «Авиакомпаниялар көн һайын багаждарын почта аша алырға теләгән пассажирҙар хаҡында мәғлүмәт бирә. Хужалар багаждарының килеүен рәсми сайтта күҙәтә ала», — тип хәбәр иттеләр «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан филиалында.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть