Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Фирүзә Париж баш ҡалала «Хистәр» программаһы менән сығыш яһаясаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

28 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актрисаһы, эстрада йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фирүзә Париждың концерты була. «Хистәр» программаһын ойоштороусылар сағыу, онотолмаҫ йырлы тамаша вәғәҙәләй.

Концертта популяр башҡарыусылар Флүрә Туйсина, Әнүәр Нурғәлиев, Таһир Әсәҙуллин, Артур Ҡунаҡбаев, Мөнир Рахмаев ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ — Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин). Концерт киске сәғәт 7-лә башлана.

Фирүзә Париж (Фирүзә Аллаярова) 1997 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 2001 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Шул ваҡыттан бирле күп спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙә уйнай. Уның Маҡтымһылыу («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға»), Гөлфиназ, Заһиҙә («Бәхет хаҡы»), Зилә («Хыял диңгеҙе»), Нәркәс («Нәркәс»), Алтынсәс («Мин — ҡатын-ҡыҙ»), Гөлсара («Әбейүшкә@тущка.ру») образдары тамашасы күңеленә хуш килде.

Теги: концерт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть