9 декабрь, Йома

10 ноябрь 2015 йыл, 10:21

Өфө стоматологы Рәсәй ғалимдарынан тәүгеләрҙән булып абруйлы премия алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы, яңаҡ-йөҙ хирургы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Сергей Чуйкин илебеҙ ғалимдарынан тәүгеләрҙән булып Бөтә донъя фондының абруйлы гуманитар премияһын алды. Ул яңаҡ-йөҙ кәмселектәре булған балаларҙы дауалауға һәм ошо сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур өлөш индергән өсөн билдәләнде. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сергей Чуйкин — 1150 ғилми эш, 45 монография авторы (бишәүһе сит илдә донъя күргән), уйлап сығарыуға 25 патенты бар. Уның етәкселегендә 20-нән ашыу диссертация яҡланған.

Премияны тапшырыу тантанаһы «Ирен-аңҡау кәмселектәре» халыҡ-ара фондының IX конгресы сиктәрендә Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт университетында уҙҙы.

Тәжрибә алмашыу һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында конгресҡа 50-нән ашыу илдән яңаҡ-йөҙ хирургияһы, ортодонтия, педиатрия һәм логопедия өлкәһе белгестәре килде. Сара барышында пленар һәм секция ултырыштары, оҫталыҡ кластары ойошторолдо.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ирендәре кителгән һәм аңҡауҙары ярылған өс мең самаһы бала йәшәй. Әммә үҙ ваҡытында яһалған операция кескәй пациенттарға ярҙам итә ала. Яңы технологиялар балаларға ошо патологиянан арынырға мөмкинлек бирә.