Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе Ишембай районында буласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡорт Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе Ишембай районында урынлашасаҡ. Бөгөн «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ошо хаҡта билдәле булды. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре иң яҡшы тирмәгә конкурс йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм ғинуар айындағы каникулда ғаилә менән ял итеүгә иҫәпләнгән «Һоҡланғыс Башҡортостан» социаль проекты менән таныштырҙы.

Республика халҡы ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә Башҡортостан туроператорҙары һәм отельерҙары хеҙмәттәре менән файҙаланыр тип күҙ уңында тотола. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡунаҡханаларҙың күбеһе ярайһы уҡ ташлама яһарға ризалашҡан, мәҫәлән, «Таң» ҡунаҡханаһы 50 процентлы дисконт тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә йәшәү хаҡы тәүлегенә бер кешегә 550 һум буласаҡ. Өфөлә иһә тәүлегенә 400-500 һум.

Дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов һөйләүенсә, Өфөлә Яңы йыл шыршылары ҡуйылған майҙандар буйлап сәғәт һайын метробустар йөрөйәсәк. Хаҡы — 10 һум самаһы.

Урындағы туристик компаниялар Ҡыш бабай тирмәһенә «бер көнлөк» автобус турын тәҡдим итә, улар Яңы йыл майҙансыҡтары асылғас та эшләй башлай. Конкурста бай саралар программаһы әҙерләгән Ишембай районы еңеп сыҡты.

Ҡыш бабайға килгәндә, Яңы йылдың төп персонажы Өфөгә самолет менән киләсәк, баш ҡала шыршыларын ҡарап сығасаҡ һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре менән осрашасаҡ, һуңынан уның өсөн әҙерләнгән тирмәгә юл тотасаҡ. Унда ул ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк һәм бәләкәстәрҙең хыялдарын бойомға ашырасаҡ.

Ҡыш бабайға хатты ошо адресҡа яҙырға кәрәк: Башҡортостан, Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, Ҡыш бабайға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть