3 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2015 йыл, 17:37

Өфөлә «Гәлсәр һандуғас-2015» йыр бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

фото: Эдуард Дилмөхәмәтов

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Гәлсәр һандуғас-2015» телевизион йыр конкурсында еңеүселәрҙең гала-концерты уҙҙы. Биш йыллыҡ тәнәфестән һуң популяр йыр бәйгеһе быйыл тәүгә «Рәсәй — Башҡортостан» телеканалында ойошторолдо.

«Йыл йыры» номинацияһында йәш йырсы Йәмил Баймырҙин еңеү яуланы. Ул Рәдиф Зариповтың Әлфис Ғаязов шиғырына яҙған йырын башҡарҙы. Илдар Ямалов, Денис Нәғимов һәм Ильяс Кинйәғолов иң яҡшы башҡарыусылар тип танылды. Гала-концертта шулай уҡ «Йыл асышы», «Өмөт», «Тамашасылар һөйөүе призы», «Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Лауреаттарҙың барыһына ла гәлсәр һандуғас статуэткаһы һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.

«Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы 15 йыл инде башҡорт эстрадаһында яңы исемдәр аса. Быйыл ижади этапта 70-тән ашыу йырсы ҡатнашты, шуларҙың 20-һе финалға сыҡты. «Гәлсәр һандуғас» ҡанаты аҫтында» тип аталған яңы проектта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа ҡатнаша алды.

«Конкурсты ярты йыл эсендә әҙерләнек, бик тығыҙ эш булды, — тип һөйләне проекттың етәксеһе һәм уның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Земфира Байбулдина. — Һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтбеҙ, залдың яҡшы энергетикаһын тойҙоҡ, тамашасыларҙың күбеһе иланы».

Гала-концертты тапшырыуҙың йома сығарылыштарында ҡарарға мөмкин.