Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала милли мәғарифҡа арналған саралар ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә милли мәғарифҡа арналған саралар уҙғарыла. Был хаҡта Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат секретары Әлиә Ғәлимова хәбәр итте.

11 ноябрҙә Өфөлә «Башҡорт милли мәғарифы: бөгөнгө хәле һәм перспективалары» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үтә. Унда уҡытыу башҡорт телендә алып барылған белем биреү ойошмаларының етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша. Кәңәшмә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында була.

13 ноябрҙә республиканың 9-11 класс уҡыусылары Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында үтәсәк I Республика кесе ҡоролтайына килә.

Саралар иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть