Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусыһының иншаһы — бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы 100 эше иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Дүртөйлө ҡалаһындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы Тимур Шәрифуллиндың иншаһы — бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы 100 эше иҫәбендә. Уның ижади эше «Яҙыусы хеҙмәте донъяны кешелеклек нуры менән яҡтырта» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау өсөн Әҙәбиәт йылында бөтә Рәсәй иншалар конкурсын ойошторорға тәҡдим иткән. Иң яҡшы инша авторҙары Мәскәүҙә бүләкләнде. Абсолют еңеүселәргә приздарҙы Рәсәй мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Наталья Третьяк тапшырҙы.

Бәйге дүрт этапта уҙҙы. Төбәктәге турҙа 165 уҡыусы ҡатнашты, дүрт еңеүсе һәм 24 призер билдәләнде. Федераль кимәлгә дүрт йәш төркөмөндә 85 төбәктән 340 эш һайлап алынды. Һәр этапта иншаларҙы өс жюри ағзаһы баһаланы, был 100 үҙенсәлекле һәм талантлы эштәрҙе һайлап алырға мөмкинлек бирҙе. Улар махсус йыйынтыҡҡа инәсәк, шулай уҡ иншалар конкурстың интернет-битендә баҫыласаҡ.

Бүләкләү тантанаһында еңеүселәрҙе танылған яҙыусылар, журналистар, йәмәғәтселек һәм дәүләт структуралары вәкилдәре, уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашыусылар ҡотланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть