6 декабрь, Шишәмбе

09 ноябрь 2015 йыл, 15:45

Мәскәүҙең ижади коллективтары Латвияның баш ҡалаһында башҡорт мәҙәниәте менән таныштырасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 ноябрҙә Латвияның баш ҡалаһы Ригала башҡорт музыкаһы концерты уҙа. Этник музыка һөйөүселәрҙе Балтика Халыҡ-ара Академияһының тамашалар залында көтәләр. Унда Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» фольклор коллективы (етәксеһе Гөлсинә Батыршина), «Алтын ай» бейеү ансамбле һәм «Заман» этно-төркөмө сығыш яһай. Концертҡа инеү ирекле.

Коллективтар Ригаға Башҡортостан делегацияһы составында бара, тип хәбәр итте сараны ойоштороусы Рәмил Ҡадиров. Сәфәрҙе «Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге ойоштора. Концерт Балтика Халыҡ-ара Академияһы хеҙмәттәшлегендә уҙғарыла.

Программала ҡатнашыусы төркөмдәрҙең барыһы ла Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһына инә. «Аҡ тирмә» фольклор коллективы «Мәскәү халыҡтары» мәҙәниәт фестивалдәрендә, Мәскәү һабантуйҙарында, Кремь һарайында, Өфө, Ҡазан һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ойошторолған концерттарҙа даими ҡатнаша. «Алтын ай» бейеү ансамбле 2011 йылда башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау һәм бейеү мәҙәниәтен популярлаштырыу маҡсатында булдырылған. Уның ағзалары — Башҡортостанда тыуып үҫеп, илдең баш ҡалаһына уҡырға йәки эшләргә килгән кешеләр. «Заман» этно-төркөмөнә музыкаль уҡыу йорттарын тамамлаусылар тупланған. 2014 йылда төркөм «Turkvision» II Халыҡ-ара телевизион йыр бәйгеһендә өсөнсө урын яуланы. Етәксеһе Радмир Мөфтәхин халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, башҡорт халыҡ көйҙәрен үҙенсәлекле эшкәртеү авторы .