8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2015 йыл, 14:29

Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» III балалар ижады фестивале финалсыларын һайлайҙар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» III төбәк-ара балалар ижады фестивале финалсыларын һайлап алыу башланды. Фестивалде «Газпром трансгаз Өфө» компанияһы һәм «Культпросвет» коммуникация агентлығы менән берлектә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған. Конкурстың маҡсаты — һау һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы бер ижади майҙанда берләштереү.

Быйылғы фестивалдең девизы: «Кешеләрҙең һәммәһе лә мөһим!», һөнәри йүнәлеш һәм һөнәр һайлау темаһына арналған. Номинациялар элеккесә: «Инструменталь ижад», «Вокаль ижад», «Хореография», «Үҙенсәлекле  жанр». Ойоштороу комитеты Волга буйының биш төбәгенән 200-ҙән ашыу ғариза ҡабул иткән. Былтыр Волга буйы федераль округының өс төбәгенән 50 ғариза килгәйне.

«Былтыр ошо конкурста ҡатнашыуыбыҙ менән бик ҡәнәғәтбеҙ, — тип һөйләне һаңғырау балалар өсөн «Хыял» ижад студияһы етәксеһе (Башҡортостандың Баҡалы ауылы) Алевтина Елисеева. — Инвалид балаларҙың тамашасылар алдында, айырыуса шундай ҙур матур сәхнәлә сығыш яһау мөмкинлеге аҙ. Уларҙың тәьҫораттары бер йылға етте. Хәҙер сираттағы бәйгегә әҙерләнәбеҙ».

Еңеүселәр 15 ноябрҙә иғлан ителәсәк. Быйыл конкурсанттарҙы республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева, «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» республика йәштәр йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Гөлнара Бәҙри, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Альбина Нуриманова, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директоры урынбаҫары Ирина Фәтҡуллина, Өфөләге балалар сәнғәт мәктәбенең хор бүлеге мөдире Яна Янситова баһалай. Дистанцион жюри ағзалары — актриса Эвелина Бледанс һәм «Comedy Club» телетапшырыуы резиденты Сергей Кутергин.

3 декабрҙә Өфөнөң Конгрес-холында 10 финалсы ҡатнашлығында гала-концерт уҙа. Был көндә майҙансыҡта инвалид балалар яһаған әйберҙәр йәрминкәһе, һөнәрҙәр йәрминкәһе һәм төрлө ижади оҫталыҡ кластары ойошторола. Инеү ирекле, сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.