8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2015 йыл, 13:12

Төбәк аграрийҙары 57 миллион һумлыҡ иген һатҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан аграрийҙары тауар интервенцияларында ҡатнашып, 57 миллион һумдан ашыу иген һатҡан. Һатып алыу интервенциялары — дәүләттең хаҡтарҙы тигеҙләүгә һәм предприятиеларҙың килеменә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ауыл хужалығы баҙарын көйләү сараһы.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 3 ноябрҙә төбәк иген етештереүселәре Милли тауар биржаһында 10 900 һумға 2160 тонна өсөнсө класлы бойҙай һәм 10 400 һумға 3240 тонна дүртенсе класлы бойҙай һатҡан.