Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республика халҡы «Рәсәй биттәре» интернет-ресурсында бушлай китап уҡый ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм МуВоок электрон китапханаһы «Эксмо» нәшриәте һәм А.П Гайдар исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһы ярҙамында «Рәсәй биттәре» проектын тормошҡа ашыра. Проект Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү сиктәрендә эшләй башланы һәм 30 октябрҙән 30 декабргә тиклем электрон китапханала бушлай хеҙмәттәр тәҡдим итә.

Ресурста балалар әҙәбиәте өлкәһендәге белгестәр һайлап алған 100 китап тупланған. Әҫәрҙәр Рәсәйҙең этномәҙәни күп төрлөлөгөн, тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдыра. Исемлеккә географик, этнографик һәм тарихи очерктар, Рәсәй халыҡтары әкиәттәре, бөйөк ижадсыларҙың һәм ғалимдарҙың биографияһы, нәфис әҙәбиәт индерелгән. Проект, нигеҙҙә, уҡыусыларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Ресурста Өфө яҙыусылары Игорь Савельев һәм ғалим, журналист Эдуард Байковтың фәнни-популяр әҫәрҙәре бар.

«Рәсәй — донъялағы иң ҙур ил, күп милләтле дәүләт. Беҙҙә үҙенсәлекле тарихы, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре булған 193 халыҡ вәкиле йәшәй. «Рәсәй биттәре» — илебеҙҙең ҡабатланмаҫ күп яҡлы мәҙәниәтенең сағыу биҙәге», — тип хәбәр иттеләр республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть