7 декабрь, Шаршамбы

09 ноябрь 2015 йыл, 9:58

Владимир Путин Рәсәй граждандарына Мысырға барыуҙы тыйҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй граждандарына Мысырға барыуҙы ваҡытлыса тыйыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығы Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына Мысыр властары менән илебеҙ граждандарының хәүефһеҙлеге һәм уларҙы тыуған илгә ҡайтарыу мәсьәләләрен көйләргә ҡушты. Туроператорҙарға рәсәйҙәргә Мысырға юлламалар һатмаҫҡа тәҡдим ителгән.

8 ноябрҙә «Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм Рәсәй граждандарын енәйәти һәм башҡа законһыҙ эш итеүҙәрҙән яҡлау буйынса айырым саралар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйылған һәм хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Президент Хөкүмәткә Мысырҙан илебеҙ граждандарын һәм уларҙың багажын ҡайтарыу буйынса саралар күрергә ҡушты.