10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2015 йыл, 18:29

Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ инфекциялы әсәләрҙән 319 сабый тыуған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ инфекциялы әсәләрҙән 319 бала тыуған. 1997 йылдан республикала шундай 2938 сабый донъяға килгән, 2132 бала иҫәптән алынған (тимәк, сабый сирле түгел). Ҡалғандары иһә күҙәтеү аҫтында, тип хәбәр иттеләр Республика СПИД-ты, йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә.

Хәҙерге ваҡытта 17 093 ВИЧ инфекциялы иҫәптә тора, шуларҙың 62,7 проценты — ирҙәр. Быйыл 2547 кешелә ВИЧ инфекция асыҡланған: 1699 ир-егет һәм 848 ҡатын-ҡыҙ. Тәүге тапҡыр ВИЧ инфекция табылғандарҙың 498-е — Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында.

СПИД үҙәге белгестәре билдәләүенсә, енси бәйләнеш — сир йоҡтороуҙың иң таралған юлы (60,71 процент). Икенсе урында — парентераль юл (38,34).

Быйыл республикала сир күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда 0,98 процентҡа артҡан. Әгәр 2014 йылда был күрһәткес 100 мең кешегә 61,97 тәшкил итһә, быйыл — 62,58.

Башҡортостанда 100 мең кешегә 420 ВИЧ инфекциялы тура килә, Рәсәйҙә — 482,3, Волга буйы федераль округында — 542,7.