Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Цзянси провинцияһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше етәкселегендәге Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды. Экскурсия Башҡортостанда Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһе музейын ҡараны, предприятиеның Ҡытайҙың ҡораллы көстәре менән үҙ-ара мөнәсәбәте тарихы менән танышты. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе улар өсөн Су-27 самолеты двигателдәрен эшләй.

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек предприятиеларҙың булыуы Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте нығыта», — тип билдәләне Лу Синьше әфәнде.  

5 һәм 6 ноябрҙә республикала Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Лу Синьше хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Сара сиктәрендә Башҡортостан һәм Ҡытай эшҡыуарҙары «b2b»-һөйләшеүҙәр форматындағы эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Бөгөн баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть