6 декабрь, Шишәмбе

06 ноябрь 2015 йыл, 17:15

«Көмөш Аҡбуҙат» кино фестиваленә Рәсәй киноһы йондоҙҙары һәм 10 илдән ҡатнашыусылар килә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Көмөш Аҡбуҙат» II Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивалендә ҡатнашыу өсөн 36 фильм һайлап алынған. Бөгөн «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында фестивалде ойоштороусылар ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй, Тажикстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Мысыр, Эстония, Бангладеш, Әрмәнстан, Иран, Һиндостан һәм Рәсәйҙең 11 төбәге үҙҙәренең эштәрен тәҡдим иткән. 9-12 декабрҙә Евразия гуманистик форумы сиктәрендә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале үтә.

Халыҡ-ара жюриҙы кинорежиссер, сценарист һәм оператор Ходжакули Нарлиев (Төркмәнстан) етәкләй, шулай уҡ уның составына Дәүләтназар Худоназаров (Тажикстан), кино белгесе һәм кино тәнҡитсеһе Гөлбара Толомушева (Ҡырғыҙстан), режиссер һәм сценарист Виктор Лисакович, актер, кинорежиссер, кинодраматург, продюсер Владимир Грамматиков (Рәсәй) инә.

Фильмдарҙы Актерҙар йортонда һәм «Родина» кинотеатрында бушлай ҡарарға мөмкин. Фестивалде асыу һәм ябыу тантанаһы Конгресс-холда үтәсәк. Кинофестивалдең презентацияһынан һуң ҡунаҡтар «Родина» кинотеатрында шау-шыу тыуҙырған «Батальон» фильмын ҡараясаҡ. Шуға бәйле кинотаҫманың генераль продюсеры Игорь Угольниковтың һәм төп ролде башҡарыусы Мария Кожевникованың килеүе көтөлә. Тантананы алып барыусыларҙың береһе — билдәле актер Александр Белый.

«Беҙҙә шундай сара уҙғарылыуы бик һәйбәт. Мин бик күп фестивалдәрҙә булдым. Ханты-Мансиҙа — экологик, Пермдә — хәрби, Ҡазанда мосолман киноһы. Хәҙер этник һәм милли кино Башҡортостанда төпләнде. Беҙҙә төп халыҡтың ғына түгел, республикабыҙҙа йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереүгә иғтибар бүленә», — тип иҫәпләй фестивалдең йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Башҡортостандан фестиваль программаһы өсөн биш фильм һайлап алынған. Бына улар: Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Тәүбә» документаль таҫмаһы һәм Айнур Асҡаровтың «Әсә», Руслан Юлтаевтың «Өс хат», Таңсулпан Бураҡаеваның «Ике күрше», Айсыуаҡ Йомағоловтың «Бибигөл һәм Сәйфелмөлөк» фильмдары.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса 10 еңеүсе билдәләнәсәк. Гран-приҙан тыш, туғыҙ номинацияла приздар тапшырыласаҡ.