Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсы иғлан ителде. Бәйгене Башҡортостан Башлығы ярҙамында «Мин Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы уҙғара. Акция Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үтә.

Белем биреү учреждениелары уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенең ғаиләһенең тарихы менән таныштыра ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.

Ғаризалар 2015 йылдың 10 декабренә тиклем «Конкурсҡа» тигән билдә менән yapatriotrb-shejere@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

Еңеүселәрҙең эштәре айырым китап булып баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ «Мин Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы сайтында урын аласаҡ.

Еңеүселәргә махсус бүләктәр, ә иң әүҙемдәргә донъяла танылыу яулаған шәхестәрҙең шәжәрәһе тураһында китаптар тапшырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть