10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2015 йыл, 15:29

Ҡарҙың иртә яуыуы сәбәпле, республиканың һигеҙ районында уңыш юҡҡа сыҡҡан

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ҡарҙың иртә яуыуы сәбәпле, Башҡортостандың һигеҙ районында уңыш юҡҡа сыҡҡан. Республика Башлығы бойороғо менән Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, юҡҡа сыҡҡан сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны — 34800 мең гектар. Шәкәр сөгөлдөрө, рапс, көнбағыш һәм йәшелсәләр һәләк булған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, зыян күргән хужалыҡтар дәүләт ярҙамына һәм республика бюджетынан компенсацияға иҫәп тота ала.