9 декабрь, Йома

06 ноябрь 2015 йыл, 14:18

«Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 6 ноябрҙә баш ҡалала «Өфө-Янцзы» халыҡ-ара эшлекле үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды. Сара Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙҙы. Республикаға күргәҙмә, эшлекле һәм мәҙәни саралар ойоштороу өсөн Ҡытай провинцияһынан 200-ҙән ашыу власть һәм компания вәкилдәре килде.

«Бөгөн беҙ халыҡ-ара эшлекле үҙәккә генә түгел, хөкүмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ ташы һалабыҙ. Кисә 20-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, уларҙың барыһы ла бойомға ашыр, тип уйлайым», — тине, тантанала сығыш яһап, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин.

Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше йыйылыусыларҙы сәләмләп, Цзянси Халыҡ хөкүмәте исеменән нигеҙ ташы һалыу менән ҡотланы.

«Цзянси провинцияһы Башҡортостан менән күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә, бөгөн ошо хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә күтәрелә. «Өфө-Янцзы» бинаһының проекты Өфөләге мөһим эшлекле үҙәктәрҙең береһе буласаҡ, ул ҡалала инвестиция шарттарын яҡшыртасаҡ һәм эш урындары мәсьәләһен хәл итәсәк. Был проект хеҙмәттәшлек символына әүереләсәк. Ҡытайҙа шундай юрау бар: ҡар яуһа, уңышҡа, ҡар ҡатыш ямғыр — байлыҡҡа. Һауа торошо яҡшы тора. Барыбыҙға ла ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыуҙа уңыштар теләйем», — тип билдәләне ул.

Сарала республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Цзянси провинцияһы делегацияһы ағзалары ҡатнашты.