Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Айрат Ғәскәров «Уралсиб» банкы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Айрат Ғәскәров «Уралсиб» банкы идараһы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Ул ошо вазифала 2015 йылдың апреленән эшләне. Хәҙер банктың етәксеһе — «Уралсиб» идараһы ағзаһы Светлана Бастрыкина.

Уҙған шишәмбелә кредит учреждениеһы акцияларының 82 процентын Петербург бизнесмены — банкир, сәнәғәтсе һәм элекке чиновник Владимир Когандың һатып алыуы билдәле булды.

Рәсәйҙең Үҙәк банкы «Уралсиб»ты Коганға тапшырыу тураһында ҡарарҙы раҫланы. Банк яңы хужаға финанс ярҙамы вәғәҙә итте. Тотороҡло эшләү өсөн «Уралсиб» 81 миллиард һумлыҡ кредит аласаҡ. 14 миллиард — алты, 67 миллиард 10 йылға иҫәпләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть