Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостан» киностудияһының анимация фильмы сираттағы призға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» киностудияһы режиссеры Рим Шәрәфетдиновтың «Хәйерлегә булһын!» анимация фильмы Иоанн Кронштадтский иҫтәлегенә арнап ойошторолған II Балалар һәм йәштәр өсөн рухи-әхлаҡи кино фестивалендә Тамашасылар һөйөүе призын алды. Фестиваль Кронштадтта үтте. Был сара, ғәҙәттәгесә, агрессия, рәхимһеҙлек кеүек күренештәр булмаған «изге кино» биләмәһе тип иғлан ителде.

Режиссер «Хәйерлегә булһын!» фильмы өсөн «Икар» I Милли анимация премияһының «Аниматор» номинацияһында наградаға лайыҡ булды, Ҡазанда уҙған XI Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә жюри тарафынан билдәләнде һәм Францияла «Feel Russia» («Почувствуй Россию») Рәсәй мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр киностудияның матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта режисссерҙың «Супер 8» тип аталған эше ноябрҙә Краков ҡалаһында уҙасаҡ Европа кинофестивалендә (Krakowski Festiwal Filmowy, Польша) һәм «Ҡараңғы төндәр 2015» халыҡ-ара кинофестивалендә (Pimedate Ööde Filmifestival — PÖFF, Таллин, Эстония) ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть