Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан — тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында лидер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, төбәк — 2015 йылдың ғинуарынан сентябренә тиклем тыуған сабыйҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында.

Волга буйы федераль округында бөтәһе 296453 бала тыуған. Башҡортостанда — 44040 сабый, Татарстанда — 42262, Һамар өлкәһендә — 30764, Нижегородка өлкәһендә — 29953, Пермь крайында — 29168.

Башҡортостанда тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан 6,9 процентҡа артҡан (2014 йылдың ошо уҡ осоронда — 13,1 процент).

Волга буйы федераль округының ете субъектында тәбиғи үҫеш күҙәтелгән — Татарстанда (+6839 кеше), Башҡортостанда (2829), Удмурт Республикаһында (1908), Пермь крайында (719), Сыуаш Республикаһында (518), Мари Иле Республикаһында (272), Ырымбур өлкәһендә (19).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть