9 декабрь, Йома

05 ноябрь 2015 йыл, 18:23

Башҡортостан менән Цзянси берлектәге 20 проектты тормошҡа ашырасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» комплексында Ҡытайҙың Цзянси провинцияһының Иҡтисад һәм мәҙәниәт көндәре асылды. Был төбәктең майҙаны Башҡортостандан бер аҙ ҙурыраҡ, унда 45 миллион кеше йәшәй.

«Волга — Янцзы» проекты сиктәрендә республика 35 килешеү төҙөнө, шуларҙың 20-һе — Цзянси менән, тип иҫкә төшөрҙө сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәй һәм Ҡытай төбәктәренең хеҙмәттәшлеге ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең нисек үҙ-ара эш итергә тейешлеген күрһәтә.

Ҡытай провинцияһы губернаторы Лу Синьше сауҙа-күргәҙмә үҙәген, баҡыр-руда етештереү ҡалдыҡтарын файҙаланыу комплексын төҙөү, авиация двигателдәрен эшләүҙә хеҙмәттәшлек, студенттар менән алмашыу республикала ғәмәлгә ашырылыусы өҫтөнлөклө проекттар тип иҫәпләй.

Бынан тыш, Цзянси губернаторы тәҡдиме буйынса төбәктәрҙә вәкиллектәр асыла, улар эшҡыуарлыҡ структураларына ҡатнаш аҙыҡ һәм ашлама етештереүсе «Чжифан» аграр корпорацияһы етәксеһе әйткән проблеманы хәл итергә ярҙам итергә тейеш. «Компаниябыҙҙың директорҙар советы дүрт проект инвестицияһына 100 миллион доллар бүлергә ҡарар итте, — тине топ-менеджер. — Аҡса һалыу өсөн 10 мең саҡрым юл үтергә әҙербеҙ. Беҙгә Рәсәй баҙарын һәм Рәсәй закондарын насар белеүебеҙ ҡамасаулай».

Бөгөн, 5 ноябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән провинцияның Туристик үҫеш комиссияһы етәкселәре үҙ-ара эш итеү хаҡында меморандум төҙөнө.

«Тәүге аҙым яһалды. Хәҙер мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү бара. Бында барыһы ла — эшҡыуарлыҡ, коммерция, сәнәғәт тырышлыҡ һалырға тейеш. Хеҙмәттәшлек программаһы ҡатмарлы, әммә беҙгә уны тормошҡа ашырырға кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.